Мәҙәни мираҫ объекттарын ҡуртымға алыусылар ташлама аласаҡ. Депутаттар, тарих өсөн мөһим булған биналарҙы тергеҙеү маҡсатында үҙ өлөшөн индереүселәргә ташлама индерә.
Ҡоролтай депутаттары, тарихи биналарҙы үҙ аҡсаһына тергеҙеүселәргә ташлама яһай. Насар тороштағы объекттарҙы ташламалы хаҡ менән ҡуртымға алыу мөмкинлеге бар. Бер квадрат метр хаҡын муниципалитет үҙе билдәләй.
Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев асыҡлауынса, был тема республикала бик актуаль. Мәҙәни мираҫ объекттарын тергеҙеү өсөн бик күп сығымдар талоап ителә. Ә яңы закон айырым механизм булдырырға ярҙам итәсәк.
Фото: Интернет.




