Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һайлауҙарын уҙғарыуға 350 миллион һум тотоноласаҡ

Был турала Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев матбуғат конференцияһында белдерҙе. Һайлау алды кампанияһы бөгөндән башлана. Ә тауыш биреү көнө 9 сентябргә тәғәйенләнгән. Һайлауҙы үткәреүҙә артыҡ үҙгәрештәр юҡ, тауыш биреүселәр һаны шул уҡ кимәлдә.

Фото №1 - Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай һайлауҙарын уҙғарыуға 350 миллион һум тотоноласаҡ

Сәйәси компанияла ҡатнашыусыларға килгәндә, Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға 110 депутат һайлау ҡаралған. Уларҙың яртыһы бер мандатлы округтар, ҡалғандары партия исемлеге буйынса үтә. Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, был сәйәси кампанияла ла заман технологияларын әүҙем ҡулланыу, 811 һайлау участкаһына КОИБтар урынлаштырыу ҡарала. Был маҡсатҡа 12 миллион һум аҡса талап ителә. Ә бына видеокамералар урынлаштырыу артыҡ ҡиммәткә төшәсәк.

Участка һайлау комиссия ағзаларының протоколдарын qr-код менән тәьмин итәбеҙ, был уларҙың эшен еңеләйтә.

Хәйҙәр Вәлиев, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе

Бөгөн шулай уҡ республикала теркәлгән партия ағзалары ултырышы үтте. Улар республикала 52. Шулай ҙа егермегә яҡыны ғына әүҙемлек күрһәтә, ти Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары. Алтынсы саҡырылышта ла даими нигеҙҙә эшләгән депутаттар иҫәбе әлегесә ҡала, 18 кеше. Кандидаттар исемлегенә индерелеүселәр 84 кешенән аҙ һәм 176-нан күп булырға тейеш түгел. Партия вәкилдәренә быйылғы үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып теркәлеү тәртибе өйрәтелде.

Иртәгәнән һайлау комиссиялары дәғүәселәрҙән документтар ҡабул итә башлаясаҡ. Әйтергә кәрәк быйыл йыйылырға тейеш документтар исемлеге бик ҙур. Кандидаттарҙың шәхси мәғлүмәттәрен асыҡлаусы справкалар ҙа етәрлек. Шуға күрә һайлауҙарға әҙерлек етди алып барылырға тейеш.

Марат Ғәҙелов, Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары

Автор: Айнур Кәбиров.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ