Бөгөн Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә лә "Минең документтарым"дың сираттағы офисы эш башланы. Гвардейский урамындағы сауҙа йорттарының береһендә урынлашҡан үҙәктә халыҡҡа дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеләсәк. Элек документ юллау өсөн баш ҡаланың үҙәк өлөшөнә йөрөргә тура килһә, хәҙер барыһы ла яҡында ғына.
Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең уңайлығы өсөн офис беренсе ҡатты биләй. Автомобилдәр өсөн 100 урынлыҡ туҡталҡа әҙерләнгән. Дөйөм алғанда Башҡортостанда әле күп функциялы үҙәктәрҙең 70 офисы эшләй, уларҙа 2 меңгә яҡын дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтелә.




