Стәрлетамаҡ районы Покровка ауылына төлкөләр һөжүм итә

Төлкөләр ауыл халҡының ҡош-ҡортон ҡырған, уҙған ҡыш бер балаға ташланған. Ауыл халҡы был хәл тураһында төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡараған, әммә ыңғай яуап булмаған. Аптыраған көндән улар беҙҙең телеканалға шылтыратты. Ауыл халҡының зарын беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Фото №1 - Стәрлетамаҡ районы Покровка ауылына төлкөләр һөжүм итә

Светлана Романова уҙған шәмбе иртән һарайына инһә, ҡот-осҡос күренешкә тап була. 25 бройлер тауыҡтарын төлкө быуып киткән, бер әтәс менән өс тауыҡ ҡына ҡалған. Хужалар төлкөгә электр ҡапҡаны ла ҡороп ҡараған. Бер тауыҡты тимер киҫәгенә һалып төндә уны токка тоташтыралар. Әммә юҡҡа ғына, хәйләкәр төлкө алданмай. Көн һайын ул Покровка ауылы халҡының ҡош-ҡортон тамаҡлай.

Тере ҡалған биш тауығыбыҙҙы урам уртаһына, ситлеккә бикләп ҡуйҙыҡ. Янына ҡапҡан урынлаштырҙыҡ. Ҡапҡан шул уҡ төндө ябылды, әммә йәнлек эләкмәне.

Светлана Романова, Покровка ауылында йәшәүсе

Покровка ауылында бер меңдән ашыу кеше йәшәй, һәр йортта тиерлек тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ һәм күпләп мал аҫырайҙар. Хәйләкәр төлкө ауыл осонан башлап һәр һарайға инеп сыҡҡан. Ауылға һуҡмаҡты йыртҡыс көҙҙән үк һалған. Кешеләр төндәрен йоҡлай алмай, малын ҡарауыллап сыға.

Беҙ йылға буйында йәшәйбеҙ. Барыһы ла көҙ көнө беҙҙең һарайҙан башланды. Ҡапҡандар ҡуябыҙ, төнгөлөккә этте ысҡындырабыҙ, үҙем хәҙер соланда йоҡлайым. Эт өргән һайын сығам да йүгерәм.

Нурия Маршанкина, Покровка ауылында йәшәүсе

Ҡылый күҙ төндә генә түгел, көндөҙ ҙә килә. Яңы ғына һатып алынған сепейҙәрҙе, бәпкәләрҙе лә аямаған. Берәүҙәрен төлкө тамаҡлағандан һуң икенсене һатып алһалар, уларынан да ҡолаҡ ҡаҡҡандар.

Уҙған ҡыш төлкө туҡталышта торған ҡыҙ балаға ташланған. Мәктәп уҡыусыһын шунда уҡ дауаханаға оҙатып уны ҡотҡарып ҡалғандар,әммә ҡыҙҙың сәләмәтлегенә ҙур зыян килгән. Хәҙер балаларҙы урамға сығарыу ҡурҡыныс, ти өлкәндәр.

Инде бер-нисә йыл был ауылда йәшәйбеҙ. Киленем менән күрше генә торабыҙ, үткән көндө 15 минутҡа ғына миңә инеп сыҡты, шул арала төлкө бөтә себештәрен йығып һалған.

Римма Сәйҙәшева, Покровка ауылында йәшәүсе
Башбат

Ауыл халҡы был хәл тураһында төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡараған. Әммә Стәрлетамаҡ районы башлығынан, ветеринария хеҙмәтенән, һунарсылыҡ хужалыҡтарынан бер ниндәй ҙә ыңғай яуап булмаған. Ауылда һунарсылар юҡ, булһа ла йыртҡысты алыу өсөн документтар кәрәк. Ә төлкөгә закон юҡ.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ