Быйыл көҙ Башҡортостандың иң матур ауылы билдәле буласаҡ

"Республиканың муниципаль берәмектәр Советы" ассоциацияһы, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы һәм Йәш депутаттар ассоциацияһы берлектә ауылдар араһында яңы конкурс иғлан итә. Төп шарт – бәйгелә ҡатнашыуға һәр райондан тик бер генә ауыл тәҡдим ителергә тейеш. Ғаризалар 9 июлдән ҡабул ителә башлаясаҡ.

Фото №1 - Быйыл көҙ Башҡортостандың иң матур ауылы билдәле буласаҡ

Жюри ағзалары артабан 54 ауылдан иң яҡшы егермеһен һайлап аласаҡ. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында финалға сыҡҡан ауылдарҙың презентацияһы ойоштороласаҡ, интерактив тауыш биреү уҙғарып, еңеүсе төбәкте билдәләү ҡаралған. Конкурста ауылдың тарихына, төҙөклөгөнә айырым иғтибар бүленәсәк. Шулай уҡ урында халыҡ тарафынан йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән сараларҙың уҙғарылыуы мотлаҡ. Әйткәндәй, еңеүселәрҙе аҡсалата дәртләндереү ҡаралған.

Еңеүсе ауылға беҙ “Башҡортостандың иң матур ауылы” тигән яҙыулы стелла урынлаштырасаҡбыҙ. Ауылдың ҡайһы ерен стелла биҙәйәсәген халыҡ үҙе күрһәтер. Был стелла киләсәк быуындарға тәрбиәүи әһәмиәт күрһәтер, тип ышанабыҙ.

Рөстәм Исхаҡов, "Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы" ассоциацияһы башҡарма директоры

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ