Ҡораллы көстәр сафына яҙғы саҡырылыш дауам итә

Бөгөн Рәсәй армияһына сираттағы эшелон оҙатылды. Егеттәр ҡоро ер ғәскәрҙәре һәм хәрби дингеҙ флотында хеҙмәт итәсәк. Республика хәрби саҡылыш пунктынан көн һайын тиерлек 100-150 кешелек төркөм ҡораллы көстәр сафын тулыландырып тора. Яҙғы саҡырылыш осоронда Башҡортостанда 5 мең самаһы егет Ватан һағына баҫырға тейеш.

Фото №1 - Ҡораллы көстәр сафына яҙғы саҡырылыш дауам итә

Республика хәрби комиссариатынан белдереүҙәренсә, йылдан-йыл ҡораллы көстәр сафына алыныусылар һаны арта. Был күренеш тәү сиратта армияның контракт системаһы буйынса тулыланыу кимәле артыуға бәйле. 90-сы йылдарҙағы демография күрһәткестәренең түбәнәйеүе лә һаман да хәрби хеҙмәткә саҡылыш компанияһына йоғонто яһауы ла мәғлүм.

Ҡораллы көстәр сафына алыныусылар хәрби саҡырылыш пунктында уҡ барлыҡ кейем-һалым һәм хеҙмәт урынына барып етәрлек күләмдә ҡоро паек менән тәьмин ителә. Буласаҡ Ватан һаҡсылары частарына тиклем ғәҙәттә тимер юлы транспорты менән оҙатыла.

Күңелдә хеҙмәт итергә теләй инем. Тик ҡайһы ғәскәрҙәргә барырға икәнен белмәй инем, мине Ружно-Лесозаводск ҡалаһына ебәрәләр. Олатайым, атайым, өлкән ағайым хәрби хеҙмәт үткән кешеләр, миңә әрме тураһында күп һөйләнеләр.

Шатморат Шаһимәрҙәнов, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ