Йылдағыса республика кинологтары үҙҙәренең һөнәри байрамы уңайынан күрһәтмә күнекмәләр үткәрә. Бөгөн Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһына хайуандарға оҫта идара итеүселәр йыйылды. Уларҙың сығышын баһалама ағзалары күҙәтте. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.
Команданы ишетеү менән эттәр һөжүмгә ташлана. Уларҙы көслө атыу тауыштары, ялҡын да ҡурҡытмай. Юғары һөҙөмтәгә айҙар дауамында махсус әҙерлек, инструкторҙарҙың тырышлығы булышлыҡ иткән.
Күнекмәләр барышында эттәрҙе дәртләндереп тороу өсөн ниндәй генә алым ҡулланылмай. Һәр береһенең үҙ холҡо, яратҡан аҙығы, уйынсығы бар. Шах ҡушаматлы этте көсөк сағынан Айрат Рамаҙанов тәрбиәләй. Ауылда үҫкән егет әрменән ҡайтҡас та, кинолог булып эшкә урынлаша. Хеҙмәттә иң мөһиме - эттәрҙе яратыу, ти ул. Йыл ярым эсендә Айрат дуҫы менән ярыштарҙа ла ҡатнашып өлгөргән. Бөгөнгө күнекмәләрҙә лә еҫ һиҙеү буйынса һынауҙы Шах уңышлы үтте.
Күнекмә шарттары буйынса, эттәр шартлатҡыс матдәләрҙе, наркотиктарҙы, юғалған кешеләрҙе эҙләп табырға тейеш. Баһалама ағзаларына улар төрлө ым-ишара, команда буйынса үҙҙәренең етеҙлеген, хеҙмәт барышында өйрәнгән оҫталығын күрһәтте. Күнекмәләр алдынан да, һуңынан да эттәрҙең һаулығы ветеринарҙар күҙәтеүендә. Сөнки был хайуандар хәүефһеҙлек тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индерә.
Ысынлап та, кинологтарҙың тырышлығы бушҡа китмәгән. Биш ай эсендә идаралыҡта өйрәтелгән эттәр 870 грамға яҡын наркотик, 32 кеҫә телефоны табыуға булышлыҡ иткән.




