Халыҡты берләштереүсе мәсет

Силәбе өлкәһендә уҙған быуаттың 40-сы йылдарында төҙөлгән иман йортоноң ишектәре бөгөн дә һәр кемгә асыҡ. Заманында мәсеткә намаҙ уҡыр өсөн Ҡурған, Свердловск өлкәләренән дә киләләр. Быйыл Изге Рамаҙан айында төрлө тарафтарға таралған ауылдаштар, яҡташтар ҡайтып, мәсеткә йыйылды.

Улар көн дә ифтарҙарға йөрөп, ҡәҙер кисендә әүҙем ҡатнашты. Дин әһелдәре әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең намаҙ уҡып, иман йортона күпләп килеүе күҙәтелә. Изге Рамаҙан айында улар мәсеттә оло быуын вәкилдәренең кәңәш-фәтихаларын тыңланы. Ураҙа ғәйете уңайынан Силәбе иман йортонда һыйлы табын әҙерләнде. Боронғо мәсеттәрҙең Башҡортостан менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.

Ҡәҙер кисен үткәрҙек, йөҙҙән ашыу халыҡ килде. Хәҙер мәсеткә йәштәр йөрөй башланы, шул ҡыуандыра. Бында килгәндәр бер-береһен яҡшылыҡҡа өйрәтә.

Булат Куралов, Силәбе өлкәһенең 90-сы мәсете рәйесе

Автор: Фәниә Юланова.