Матурлыҡ ҡорбандары

Өфөләге "Һоҡланыу" медицина үҙәге хеҙмәткәрҙәре клиенттарына бушлай тәүге консультация вәғәҙәләп, тиҫтәгә яҡын ҡатынды кредит ҡапҡанына ултыртҡан. Артабан да процедураларға килһендәр өсөн. Хәйер, зыян күреүселәр ҙә аҡыллыраҡ булып сыға. Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итеп, күптәр ойошма менән төҙөлгән килешеүҙәрен өҙөүгә өлгәшкән.

Наталья Рәжәпова сәләмәтлеген яҡшыртырға теләп, кредит һаҙлығына бата. Бер ай элек баш ҡалалағы был медицина үҙәге хеҙмәткәрҙәре ханыма бушлай консультациялар вәғәҙәләп, процедуралар үтергә саҡыра. Әммә ҡатын үҙе лә һиҙмәҫтән артабан да компанияның хеҙмәтен алыуға килешеү төҙөй, ҙур суммаға кредит ала. Бында күрһәтелгән хеҙмәтте һеҙ миңә бушлай буласаҡ тип вәғәҙәләгәйнегеҙ. Артыҡ ышанып, алдандым, тип зарлана зыян күреүсе Наталья Рәжәпова.

Артабан 79 йәшлек ҡатын үҙе лә һиҙмәҫтән массажға һәм башҡа процедураларға ризалаша. Әммә был хеҙмәттәр консультациянан айырмалы бушлай күрһәтелмәй. Зәйнәп Әхмәтйәнова үҙәк менән төҙөлгән килешеү ҡағыҙҙарын йыртып та ҡарай, әммә барыбер ике йыллыҡ кредит килешеүе төҙөлә.

Килешеүгә көсләп ҡул ҡуйҙырталар, йә иһә башҡасараҡ сумма түләргә кәрәк, тиҙәр. Кредит 100 мең, ә пенсия 12 мең һум. Бик ҡыйын, бөгөн илап ултырҙым, давление күтәрелде.

Зәйнәп Әхмәтйәнова, зыян күреүсе

Зыян күреүселәр араһында башлыса урта һәм оло йәштәге ҡатындар. Ризаһыҙҙар коридор тулы. Бушлай консультация һәм процедураға ышанып, улар ҙа бурысҡа инә.

Поезға ашығып, бер нәмәлә уҡып тормай ҡул ҡуйҙым. Кредит икәнен аңлатып торманылар.

Любовь Павлова, зыян күреүсе

Наталья Рәжәпова үҙенең ныҡышмаллығы арҡаһында үҙәк менән төҙөлгән килешеүҙе өҙөүгә ирешә. Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итеп, ул юридик консультация ала һәм ойошмаға дәғүәһен ебәрә. Аҡсаһын был аҙнала өлөшләтә кире ҡайтарған.

Бәхетлеләр исемлегендә Людмила Поддубная ла бар. Ул да Өфөләге дауалау һәм һауыҡтырыу комплекстарының береһенә барып, процедуралар үтеүгә кредитҡа ингән. Ведомство һәм юристар ярҙамы менән ҡатын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә көтөлмәгән бурыс йөгөнән ҡотолған.

Үҙәктән илле мең һумдан ашыу аҡсаны кире ҡайтарыуға ирештем. Тик үтмәгән процедуралар өсөн түләргә тура килде, 14 мең һумды тотоп ҡалдылар. Шулай уҡ кредиттың тәүге айын да ҡапларға кәрәк.

Людмила Поддубная, зыян күреүсе

Мутлашыусылар ҡапҡанына эләкмәҫ өсөн уяуыраҡ булырға кәрәк. Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетында зыян күреүселәр өсөн ҡыҙыу линия эшләй. Телефон һандары: +7 (347) 218-09-78.

Нина Никандрова, Башҡортостандың сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәткәре

Бөгөнгә ведомство ярҙамы менән матурлыҡ һәм медицина үҙәктәренән зыян күргән кешеләргә 150 мең һумдан ашыу аҡса кире ҡайтарылған. Ҡалған суммаларҙы алыу буйынса суд процестары көтөлә

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.