Ҡотҡарыусылар иҫерек ирҙе һыуҙан сығара. Көндәрҙең һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, ир һыу инеү миҙгелен асырға уйлай. Был маҡсатта ул "Гольфстрим" һыу инеү урынын һайлай.
Билдәле булыуынса, ваҡиға урынына ир ҡатыны менән килә. Ҡотҡарыусыларҙың иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, ир һыуға инә. Тик бер аҙҙан ул бата башлай.
Ҡотҡарыусылар ярҙамға ьашлана һәм ирҙе һыуҙан сығаралар. Ҡатыны бик ныҡ ҡурҡа. Иҫерек ир,үлемдән саҡ тороп ҡалыуын, аңлап та етмәй.
Фото: Интернет.




