Башҡалала суд приставтарын ябай булмаған хәлде тикшерә. Бынан бер рнисә йыл элек Өфөлә йәшәүсе 45 йәшлек ир автомобилен ҡыуып алып китеүҙәре тураһында ғариза яҙа. Ике йыл үткәс, суд приставтары был машинаны таба һәм тартып ала.
Шәхси эшҡыуарҙың ҙур күләмдә бурысы була. 2015 йылда Тәфтиш комитетына ир "Киа Маджентис" автомобилен ҡыуып алып китеүҙәре хаҡында ғариза бирә. Тик 2017 йылда суд приставтары рейд барышында Черниковка биҫтәһендә был автомобилде таба. Законға ярашлы, ведомство хеҙмәткәрҙәре, хужаһын иҫкәртмәйенсә, машинаны махсус штрафлы урынға оҙата.
Ә быға тиклем бурыслы, автомобилен ҡайтарыуҙы һәм бурысын түләйәсәген белдереп, суд приставтарына мөрәжәғәт итә. Ведомство хеҙмәткәрҙәре экакуация барышында инструкцияға таянып, эш итәләр. Улар автомобилгә арест һалыуҙары хаҡында полицияға хәбәр итәләр. Хоҡуҡ һаҡлау органдарынан белдереүҙәренсә, әгәр ҙә,ысынлап та, автомобилде ҡыуып алып китеү осрағы булған булһа, иргә Тәфтиш комитетытна мөрәжәғәт итергә кәңәш бирелә. Беҙҙең редакция был ваҡиғаның дауамын күҙәтеп торасаҡ.
Фото: Интернет.




