Өфөлә йәшәүселәр бал ҡорттары сәбәпле, урамға сыға алмайҙар

Михайловкала йәшәүселәр өсөн саф һауа һуларға сығыу оло проблемаға әүерелә. Йорт алдындағы ағастарҙың береһендә бал ҡорттары умартаһы барлыҡҡа килә. Ата-әсәләр балалары өсөн хәүефләнә.

Михайловкала йәшәүселәр бал ҡорттарына зарлана. Улар ҡайын ағасын һырып алғандар.Бал ҡорттар ағаста үҙ ояларын булдырмаҫ борон, башта бер кемдә быға иғтибар бирмәй. Ысынлап та, был күренеш бик хәүефле.

Элек йорт алдында әсәйҙәр балалары менән саф һауаға йыш сыҡҡан. Ә хәҙер урамға сығыуы ла ҡурҡыныс, бал ҡорттары кешеләргә һөжүм итә.

Урында йәшәүселәр бер нисә тапҡыр тейешле хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. Әммә бер мәсьәләне хәл итергә теләмәй. Һөҙөмтәлә, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына һуңғы шылтыратыу ваҡытында, ҡотҡарыусылар проблеманы хәл итергә вәғәҙә бирҙе.