Башҡалала ике ир элемтә салонына һөжүм итә. Ваҡиға кисә кис Зорге урамында теркәлә. Оператив мәғлүмәттәр буйынса, бурҙар бер нисә кеҫә телефонын ала.
Киске сәғәт туғыҙҙар тирәһендә элемтә салонына ике ир килеп инә. Уларҙың береһе, килеп ингәс тә, һатыусылар йөҙөнә газ баллоны һиптерә. Шул уңайҙан, икенсеһе быялаларҙы ярып, яңы кеҫә телефондарын ала. 9 секунд эсендә бурҙар 4 аппаратты урлай.
Бынан һуң, бурҙар билдәһеҙ яҡҡа сығып ҡаса. Сауҙа нөктәһе хеҙмәткәрҙәре полицияға шылтырата.Оператив төркөм бер нисә минут эсендә ваҡиға урынына барып етә. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған.




