Уҙған шаршамбы, 20 июнь, Яңауыл районында тәбиғәт ғәрәсәте үтә. Йәшенле ҡойма ямғыр ваҡытында елдең тиҙлеге секундына 30 метрға етә.
Көслө ел ағастарҙы йыға, электр сымдары өҙөлә. Һөҙөмтәлә, 23 ауыл электр утһыҙ ҡала. Әлеге ваҡытта ғәрәсәт эҙемтәләре бөтөрөлә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә республикала көслө дауыл үтте.




