Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнеүҙең тәртибен иҫбатланы. Биш йылға бирелгән рөхсәт менән республика биләмәһендә генә шөғөлләнергә мөмкин. Дауалаусылар пациенттарҙы журналға теркәп барырға һәм уларға сәләмәтлектәренең торошо хаҡында хәбәр итергә тейеш. Уларға халыҡты күпләп йыйып, дауаларға һәм киң мәғлүмәт сараларын йәлеп итергә тыйыла.
Халыҡ табиптарына рөхсәт алыу өсөн, талаптарға ярашлы документтар тапшырырға кәрәк.Рөхсәтте Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бирә.




