Башҡортостанда ике йәшлек сабый яҡты донъя менән хушлаша

Башҡортостанда «Беҙҙең балалар» мәрхәмәтлек фондында тәрбиәләнеүсе сабый вафат була. Бәләкәй Лиана ике йәшен дә тултырмай, был яҡты донъя менән хушлаша.

Ҡыҙ бала Дауна синдромы менән донъяға килә. Әсәһе унан баш тарта һәм бала табыу йортонда ҡалдырып китә. Лиананы икенсе ғаилә тәрбиәгә ала, әммә бала лейкоз менән сирле икәнен белгәс, баш тарта. Бер нисә аҙна бала дауаханала ята, тик уның ғүмерен һаҡлап алып ҡала алмайҙар.

Мәрхәмәтлек фонды ирекмәндәре Лианаға ярҙам ҡулы һуҙған кешеләргә ҙур рәхмәт белдерә.