Республикала 1 июлдән коммуналь хеҙмәткә хаҡтар арта

Ағымдағы йылдың 1 июленән республикала коммуналь хеҙмәткә хаҡтар арта. Түләүҙәр 5,9%-ҡа ҡиммәтәйәсәк.

Фото №1 - Республикала 1 июлдән коммуналь хеҙмәткә хаҡтар арта

Республика халҡы һыуыҡ һыуҙың бер кубометр өсөн 23 һум 77 тин урынына 25 һум түләйәсәк. Һыу сығарыуҙың хаҡы 23 һум 82 тиндән 29 һум 78 тингә күтәреләсәк. Йылытыу 2057 һум 45 тин түләйәсәк, был хаҡ, элеккеһенә ҡарағанда, 79 һум 13 тингә күберәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы тапҡыр коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ уҙған йылда артҡайны. Ул ваҡытта түләүҙәр 3,3%-ҡа артты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ