Ҡағыҙҙа бер, ысынбарлыҡта башҡаса

Йылайыр районының балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары минималь эш хаҡының Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан раҫланған күрһәткестән түбән булыуына зарлана. Әлеге ваҡытта уларҙың хеҙмәт хаҡы 5 548 һум күләмендәге минималь окладтан сығып иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта республика буйынса был күрһәткес 8 128 һум күләмендә билдәләнгән.

Педагогик коллектив ғәҙеллек эҙләп төрлө инстацияларға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Әммә уҡытыусылар һәм район етәкселеге араһында килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ әлегә бер нисек тә хәл ителмәй. Мәсьәлә бөгөн Башҡортостан Конституция судының сираттағы ултырышында тикшерелә башланы. Сәнғәт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре үҙ дәғүәләрендә урындағы муниципалитеттың граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын ҡыҫырыҡлауын һәм хеҙмәт кодексындағы ике статьяны боҙоуы тураһында белдерҙе.

Шул уҡ ваҡытта Йылайыр районы хакимиәте вәкилдәре барлыҡ ғәйепләүҙәрҙе лә кире ҡаға. Улар райондағы өҫтәмә белем биреү учеждениеларында эшләүселәрҙең эш хаҡы Урал аръяғының башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, юғарыраҡ тигән фекерҙә.

115-се һанлы хөкүмәт ҡарары һәм 124-се хөкүмәт ҡарарын бутайҙар. Әллә махсус рәүештә бутайҙар, әллә аңлап етмәгәндәр.

Сәкинә Атанғолова, Йылайыр районының балалар сәнғәт мәктәбе директоры урынбаҫары

Беҙҙең күрһәткестәр уртасанан кәмерәк булмаһын өсөн Мәҙәниәт министрлығы дотация бирә. Булған дотацияны уҡытыусылар ҡулдарына тоторабыҙ. Шуның өсөн ҡалған Республика музыкаль мәктәптәренең күрһәткесенә ҡарағанда беҙҙеке юғарыраҡ. Уҡытыусылар талабы менән риза түгелбеҙ.

Александр Коротков, Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Автор: Илдар Байбулатов.