1 июлдән Рәсәйҙә "Меркурий" системаһы тулы ҡеүәтенә эш башлай

Быға тиклем ул Рәсәй Президенты ҡарары менән кисектерелеп килде. Малсылыҡ тауарҙарына электрон сертификацияға күсеү әле республикала йылдам бара. Ауыл хужалығын күҙәтеү федераль хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Николай Власов электрон ветеринар сертификаттар индереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Фото №1 - 1 июлдән Рәсәйҙә "Меркурий" системаһы тулы ҡеүәтенә эш башлай

Фекер алышыуҙа федераль һәм республика башҡарма власть органдары, ауыл хужалығы, һөт эшкәртеү һәм сауҙа предприятиелары, дөйөм туҡланыу һәм социаль учреждениелар етәкселәре ҡатнашты. Был сертификация продукция сифатын тулыһынса күҙәтеп барыу өсөн яуап бирә. Тикшерелгән тауарға, документтар электрон формала тултырыла. Сертификаттар махсус рәүештә булдырылған "Меркурий" мәғлүмәт системаһы аша үтә. Башҡортостанда ул 2015 йылдан үҙләштерелә. Әле был системала 43 меңдән ашыу хужалыҡ теркәлгән.

Республика ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин әйтеүенсә, Башҡортостан "Меркурий" системаһын индереүгә тулыһынса тиерлек әҙер, ваҡ-төйәк һорауҙарҙы система эшләй башлағас оператив рәүештә көйләргә мөмкин буласаҡ.

1 июлдән башлап бөтөн Рәсәй буйынса электрон сертификация эшләй башлай. Хәҙер мал-тыуарҙан алынған барлыҡ продукция сертификация менән оҙатылырға тейеш. Шуға күрә һөт, ит һ.б. продукция урындан-урынға күскәндә, һатылғанда ветеринар сертификаты яҙылырға тейеш.

Линар Йыһаншин, Республика ветеринария идаралығының бүлек етәксеһе

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ