Бөгөн алимент буйынса бурысы булған ир суд приставтары бинаһы тәҙрәһенән һикергән

Ирҙең нисә йәштә булыуы тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ. Ни бары уның дүртенсе ҡаттан ташланыуы ғына билдәле. Атай кешенең балаларына 300 мең һум бирәсәге йыйылған булған.

Приставтарға ир суд залынан килтерелгән булған. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара, сәбәптәре асыҡлана. Ауыр йәрәхәтләнгән ир дауаханала.

Автор: Рәилә Күсемханова.