Республиканың юғары уҡыу йорттары быйылғы абитуриенттар өсөн ишектәрен асты

Әлбиттә, күпселек абитуриенттар документтарын Берҙәм дәүләт имтихандары тамамланғас килтерәсәк. Әммә бөгөндән үк мәктәп тамамлаусыларҙың ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк биреүе билдәле. Тәүге һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, йәштәр киләсәктә перспективалы һөнәрҙәр һайларға тырыша. Уҡыу йорттарының студенттар ҡабул итеү ҡағиҙәләрендә быйыл әллә ни үҙгәрештәр юҡ.

Фото №1 - Республиканың юғары уҡыу йорттары быйылғы абитуриенттар өсөн ишектәрен асты

Башҡорт дәүләт университетында студенттарҙы Европа илдәре һәм Америка Ҡушма Штаттарының алдынғы нефть компаниялары менән хеҙмәттәшлек килешеүҙәре менән йәлеп итһәләр, Башҡорт дәүләт медицина университетында бюджет урындары арттырыла. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында быйылдан онлай-магистратура асыла.

Быйыл беҙҙең университетта, физика һәм математика факультетында Республикала беренсе тапҡыр онлайн магистратура асыла. Онлайн уҡыусылар университетҡа имтихан тапшырырға һәм диплом алырға ғына киләсәк.

Фиданис Тимерханов, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ҡабул итеү комиссияһы яуаплы секретары

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ