Көндәр эҫетеү менән йылға-күл буйҙарына күпләп халыҡ ағыла башланы

Был үҙ сиратында һыуҙа фажиғәле хәлдәрҙең артыуына килтереүе ихтимал. Йыл башынан республиканың һыу объекттарында ете үлем осрағы теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта, батып үлеүселәр уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, ике тапҡырға аҙыраҡ. Хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреүен белгестәр май-июндә һауа торошоноң һыуыҡ тороуы менән аңлата.

Фото №1 - Көндәр эҫетеү менән йылға-күл буйҙарына күпләп халыҡ ағыла башланы

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала рәсми рәүештә 75 пляж эшләйәсәк, уларҙың ике тиҫтәгә яҡыны балалар һауыҡтырыу учреждениеларында урынлашҡан. Әммә халыҡтың күбеһе йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инергә яратыуы ҡотҡарыусыларҙы хафаға һала. Сөнки статистика буйынса, йылға-күлдәрҙәге фажиғәле хәлдәрҙең 90 процентҡа яҡыны тап ошондай рөхсәт ителмәгән пляждарҙа теркәлә. Шулай уҡ эскән килеш һыу инеүселәр ҙә йыш ҡына фажиғәгә тарый.

Һыу инеү миҙгеле асылды тип бер кем дә рәсми рәүештә иғлан итә алмай. Сөнки көндәр эҫетә башлау менән кешеләр йылға-күл буйҙарына барыуҙы үҙҙәре хәл итә. Шуның өсөн дә беҙ республика халҡын һыу объектарында хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәргә саҡырабыҙ. Эскән килеш йәки балаларҙың ҡарауһыҙ һыу инеүенә юл ҡуйырға ярамай.

Вилдар Шәрипов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы бүлеге етәксеһе урынбаҫары

Автор: Илдар Байбулатов.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ