Өс йәшлек малайҙың аҫҡы яңаҡтары үҫешмәй, теле насар хәрәкәт итә. Операция яһалмаған осраҡта Даяндың һәр төнө һуңғыһы булыуы ихтимал. Йоҡлағанда сабыйҙың теле тын юлдарын ҡаплауы мөмкин, ти табиптар. "Русфонд" хәйриә фонды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектә Даянға ярҙам итеү өсөн аҡса йыя. Сабый тормошона битараф булмаусылар 5542 һандарына ДЕТИ һуҙен ебәрә ала. СМС хәбәр хаҡы 75 һум.
Даянға хәҙер өс йәш, әммә ата-әсәһенең һәр һүҙе лә яуапһыҙ ҡала. Аҫҡы яңаҡтары үҫешмәгәнлектән теле йүнләп асылмай. Табиптар уға тыумыштан уҡ Пьер Робен синдромы диагнозы ҡуя. Малайҙың ата-әсәһе ошо көндән алып тыныс ҡына йоҡлағаны ла юҡ.
Хәҙер операция яһарға мөмкин, ти табиптар. Даяндың аҫҡы яңағына дистрактор урынлаштырыу талап ителә. Уның ярҙамында малай тын ала, яҡшылап туҡлана аласаҡ.
Операция үҙе бушлай эшләнә, ни бары дистракция ҡоролмаһы өсөн 427 мең һумдан әҙ генә ашыу аҡса түләргә кәрәк. Әммә был йәш ғаиләнең үҙенең генә хәленән килмәй. Сабыйҙың тулы тормош менән йәшәүен теләүселәр, кеше яҙмышына битараф ҡалмаған изге күңелле кешеләр 5542 һандарына "Дети" һүҙен яҙып смс ебәрә ала. Бер хәбәрҙең хаҡы 75 һум. Тик һеҙҙең ярҙам менән генә Даян ауыҙ тултырып Әсәй , ә мәрхәмәтле кешеләргә Рәхмәт тип өндәшә аласаҡ.




