Бәләбәй ҡалаһында яңы балалар баҡсаһы төҙөлөшө башланды. Был эш республиканың юбилейы айҡанлы бара. Билдәле булыуынса, 2019 йылда автономлы республика ойошторолоуона йөҙ йыл тула.
Балалар баҡсаһы формаһы Н-образында буласаҡ. Төҙөлөш эштәренә дәүләт ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән. Дөйөм сумма 171 млн. һумға барып баҫа.
Мәктәпкәсә балалар учреждениеһы 2019 йылдың аҙағында үҙ ишектәрен асасаҡ. Фото: Интернет.




