Аутсорсинг системаһы иҡтисади, социаль йәһәттән отошло булғанда кәрәк, ә хеҙмәтләндереү сифаты түбәнәйә, халыҡ ыҙалай икән, тимәк, тейешле һығымталар яһау мотлаҡ. Был турала бөгөн Республика Башлығы аутсорсингты ойоштороуға арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Фекер алышыуҙа һүҙ яңы алымдың өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре, һуңғыларын кисектереү хаҡында барҙы.
Аутсорсинг сағыштырмаса яңы алым, ул һаулыҡ һаҡлау системаһында 6, мәғариф учреждениеларында 2 йыл элек, ә социаль яҡлау тармағында быйыл ғына индерелә башланы. Был ысулдың төп асылы табип йә уҡытыусы кеүек һөнәр эйәләрен үҙ эшенә ҡағылмаған бурыстарҙан азат итеү. Йәғни, улар дауалау, белем биреү менән шөғөлләнергә, ә туҡландырыу, йыйыштырыу тип баш ҡатырырға тейеш түгел. Әммә яңы алымды индереү шыма ғына бармай. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, дәғүә менән мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ. Кешеләр туҡланыуға хаҡтар артыуға, йә түбән сифатҡа зарлана.
Ҡаланан, район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан учреждениелар өсөн аутсорсинг бигүк уңайлы түгел. Миҫал өсөн Ҡырғыҙ-Миәкәнең 2-се мәктәбе. Элек белем усағы үҙ ашханаһын йәшелсә-емеш менән тәьмин иткән. Аутсорсинг индерелгәндән һуң баҡсаның кәрәге юҡ, туҡланыуға хаҡтар ҙа артҡан. Республика башлығының Миәкәгә эш сәфәре барышында Владимир Дедух ошо проблеманы күтәреп сыҡҡайны, бөгөн ул да кәңәшмәлә, һорау уртаға һалып тикшерелә. Сөнки аутсорсинг буйынса уңышлы эшләгән учреждениелар ҙа бихисап. Мәҫәлән, Нефтекама ҡала дауаханаһы колективы яңы системанан бик ҡәнәғәт. Хеҙмәтләндереү сифаты ла яҡшырған, табиптар ҙа үҙ эше менән генә мәшғүл.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, аутсорсинг сығымдарҙы кәметеү алымы түгел, ә хеҙмәтләндереү сифаты яҡшыртылырға, йәғни һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш. Әлбиттә, әле конкурентлыҡ етешмәүе, системаның нкескәлектәрен аңлап етмәү һәм башҡа проблемалар бәкәлгә һуға. Әммә хәлде яҡшыртыу буйынса саралар күрелә.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был эшмәкәрлек яуаплы, аныҡ ҡараш талап итә. Көсләп күсереү хаҡында һүҙ бармай, әммә уңышлы эшләгән төбәктәр тәжриәбһе был системаның өҫтөнлөгөн күрһәтә. Экономия ла, сифат та бар. Тимәк, тәү сиратта ойоштороу эшенә ҡарашты үҙгәртеү зарур.
Заман үҙ талаптарын ҡуя, баҙар шарттары аутсорсинг һымаҡ яңы алымдарҙы үҙләштереү бурысын ҡуя. Кәңәшмәлә Республика башлығы белдереүенсә, ыңғай эш тәжрибәләрен үҙләштереү, таратыу, һәр учреждение буйынса айырым ҡарар булыуы мотлаҡ. Бөтәһен дә бер ҡалыпҡа һалырға ярамай. Төп маҡсат мәктәп балалар баҡсаһы, дауахана һәм башҡа социаль учреждениеларҙа хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу, уңайлыҡтар тыуҙырыу.




