Өфөнөң Октябрь районында сауҙа нөктәһен һүтәсәктәр. Объект июнь аҙағына юҡ ителәсәк. Хакимиәт ҡала халҡын һәм ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе иҫкәртә.
Сауҙа павильонын биләмәлә төҙөкләндереү эштәрен башҡарыу маҡсатында һүтәләр. Сауҙа нөктәһе Ленин майҙанында Октябрь проспекты, 79/3 адресы буйынса урынлашҡан. Уны һүткәндән һуң, Трамвай урамы, 2А адресы буйынса һаҡлауға оҙатасаҡтар.
Белешмә өсөн телефон һандары: 232-57-78. Ошо номер буйынса шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин. Ҡоролмаға зыян итмәйенсә, һүтеп алынасаҡ. Фото: Интернет.




