Ҡариҙел районы Сиҙәш-Нуғай ауылында йәшәүселәр өсөн ямғырлы айҙар оло һынауға әйләнә

Яуым-төшөмдән һуң, хатта, внедорожниктар ҙа ауылдан трассаға илткән егерме саҡрымлыҡ арауыҡты үтә алмай, бысраҡҡа бата. Бар бәлә – юлдағы соҡорҙар. Төбәк халҡын борсоған проблема хаҡында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Ҡариҙел районы Сиҙәш-Нуғай ауылына юлланған был автомобиль водителдәре ямғырға бер ҙә һөйөнмәй. Транспорт менән батҡаҡҡа батып ултырыуға күптән күнеккәнбеҙ тип борсола. Бында внедорожниктарҙы ла ҡайһы саҡ Грейдер ярҙамында һөйрәп сығарырға тура килә.

Оло юлдан Сиҙәш-Нуғай ауылына тиклем егерме саҡрымдай ҡатмарлы юл участкаһы грейдер менән даими тигеҙләп торола. Әммә был проблеманы төптән хәл итмәй, тигән ҡарашта урындағы халыҡ. Ауылдан алыҫ түгел нефть һәм газ компаниялары үҙҙәренең объекттарын ремонтлай, шунлыҡтан ауыр техника, йөк машиналары ла бында күп йөрөй - юлды эшлектән сығара.

Йөк ташыусы машиналар йыуан торбалар килтерә, иҫкеләрен кире алып китә. Шуның өсөн юл насаря. Юл бөтәбеҙҙеке лә, уны эшлектән сығарғас, ремонтларға ла кәрәк, ни бары...

Фәнил Закиров, Сиҙәш-Нуғай ауылында йәшәүсе

Сиҙәш-Нуғай ауылында ике йөҙгә яҡын кеше йәшәй, бында бер генә магазин. Медицина ярҙамы артынан да күрше ауылға йөрөргә тура килә. Хәйер, һәр кемдең ихатаһында транспорт бар. Әммә тимер ат менән дә ямғыр яуа ҡалһа, оло юлға сығырға ынтылыусылар һирәк.

Бәләкәй машиналарға үтергә юл юҡ: кәлейә өҫтөндә кәлейә. Ямғырҙарҙа джиптар ҙә үтә алманы.

Рәмилә Нафиҡова, Сиҙәш-Нуғай ауылында йәшәүсе

Беҙҙең аҙбар янғанда янғын һүндереүсе машина килә алманы. Ат менән йылғанан һыу ташып утты һүндерҙек.

Асия Хәбирова, Сиҙәш-Нуғай ауылында йәшәүсе

Сиҙәш-Нуғай ауылында йәшәүселәр Мөхәмәтдин ауылы янындағы күпер ҙә тиҙҙән емерелер тип ҡурҡа. Трассаға илткән юлда урынлашҡан был ҡоролма 70-се йылдарҙа төҙөлгән һәм уның йөк күтәреүсәнлеге ни бары ун тоннаға иҫәпләнгән. Бында көн һайын тиҫтәнән ашыу йөк машинаһы йөрөүен иҫәпкә алғанда, был күпер ҙә тиҙҙән сафтан сығыуы ихтимал, ти ауыл халҡы.

Әле урында газ һәм нефть компаниялары тарафынан ойошторолған ремонт эштәре аҙағына яҡынлашҡан, график буйынса ул июлдә тамамланырға тейеш. Подрядсы ойошма етәкселеге билдәләүенсә, ике аҙнанан һуң ауылға илткән юлды тәртипкә килтереү мәсьәләһе хәл ителә башлаясаҡ.

(Альберт Ғабсатаров, подрядсы ойошма директоры урынбаҫары) Пока там грейдер ежедневно дорогу выравнивает, подправляет. Все же знают, видели его. Через пару недель мы поставим там экскаватор, бульдозер, пару самосвалов, привезем камни и отсыпем дорогу.

Сиҙәш-Нуғай матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан, бында йыл һайын яңы йорттар күтәрелә, йәштәр ҙә ауылда күпләп ҡала. Шуға күрә тиҙҙән юлдың тәртипкә килтереләсәге - урындағы халыҡ өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ. Берҙәм көс менән улар киләсәктә ауылға газ да үткәрергә теләй.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.