Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү осоро башланды

Бөгөнгә яуаплы компанияға республиканың 33 район хужалығы тотонған. Төбәк аграрийҙары 30 мең тонна сенаж һалған да инде. Был уҙған йылдың ошо осор күрһәткесенән өс тапҡырҙан ашыуға күберәк.

Фото №1 - Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү осоро башланды

Планға ярашлы, бөтәһе 2 миллион тонна самаһы йәшел ҡатнашма әҙерләргә кәрәк. Әлегә 10 мең тонна менән Ауырғазы районы эшсәндәре алда бара. Артабан Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Саҡмағош райондары килә. Шулай уҡ республиканың 9 районы бесән сабыуға төшкән. Быйыл был төр мал аҙығы запасы 820 мең тоннанан кәм булмаҫҡа тейеш.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ