Өфөлә Байыҡ балалар бейеү конкурсы еңеүселәре билдәле булды

Бәйгенең гала-концерты "Ватан" этнопаркы майҙанында үтте. 500-ҙән ашыу бейеүсе бер сәхнәлә сығыш яһаны. Сағыу тамаша барышы тураһында беҙҙең сайтта уҡығыҙ.

Байыҡ балалар бейеү конкурсына 10 йыл. Ошо ваҡыт эсендә бәйге йылдан йыл абруйын күтәреп, дәрәжәһен арттыра барҙы. Әле ул халыҡ бейеү сәнғәте өлкәһендә өҫтөнлөклө саралар исемлегенджә Тамашасы һөйөүен яулау менән бер рәттән конкуср халыҡ-ара фестиваль кимәленә етте.

Фестиваль балалар өсөн бик файҙалы, сөнки ата-бабаларҙан ҡалған бейеү аша улар үҙҙәренә фәһем ала. Башҡорт халҡының данын күтәрәләр.

Регина Агилова, "Guzal dance" төркөмө етәксеһе

Йыл һайын финалғап Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән бейеү коллективтары саҡырыла. Бөгөн дә Башҡортостан вәкилдәре менән бер сәхнәлә Төньяҡ Осетия, Алания, Адегея, Абхазия, Яҡут-Саха республикалары, Санкт-петербург, Ярославль һәм Һамар ҡалаларының йәш бейеүселәре сығыш яһаны.

Бейеү берләштерә, таныштыра, дуҫлаштыра. Был "Байыҡ" конкурсында ҡатнашыусы ата-әсәләрҙең фекере.

Байыҡ һис шикһеҙ республика бейеү сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә. Конкурстыңэ балалар араһында үткәрелеүе айырыуса әһәмиәтле, сөнки халҡыбыҙҙың бейеү ынйылары, мәҙәни традициялары йәш быуынға еткерелә. Тимәк, башҡорт бейеү сәнғәтенең киләсәгенә лә нигеҙ һалына.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.