Рәсәй президенты призына ойошторолған ат ярыштарында тәүге тапҡыр Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашты. Быйылғы бәйге Мәскәүҙең Үҙәк ипподромында 15-се тапҡыр үтте. Республика һыбайлылары башҡорт тоҡомло аттар менән айырым күрһәтмә сығыштарҙа уңыш ҡаҙанды.
Дәүләт башлығы призына үткәрелгән бәйгелә ҡатнашыу башланғысы былтыр милли тоҡомло аттар фестивалендә күтәрелгәйне. Мәртәбәле ярышҡа әҙерлек ярты йыл самаһы дауам иткән. Ошо ваҡыт эсендә республиканан яуаплы вәкилдәр төбәктәрҙең иң яҡшы юртаҡтарын һайлап алған.
Илдең баш ҡалаһы ипподромында башҡорт тоҡомло аттар өсөн "Терра Башкирия" тип аталған сабыштар ойошторолдо. Ике мең метр араға уҙышыуҙа Әбйәлилдән Ғаяз ҡушаматлы ат менән Белорет районынан Айгиз Вәлиев финишҡа беренсе булып килде. Еңеүселәр Кубоктар менән бүләкләнде.




