Рәсәй хеҙмәт министрлығы эҫе көндәрҙә эш көнө ваҡытын бер сәғәткә ҡыҫҡартырға кәңәш итә

Эҫе көндәрҙә эш көнө ваҡытыны бер сәғәткә ҡыҫҡартырға кәңәш итәләр. Был хаҡта Рәсәй Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Ведомтсвонан хәбәр итеүҙәренсә, әгәр ҙә эшләп ултырған бинала һауа температураһы 28,5 градус эҫе икән, эш ваҡытын бер сәғәткә ҡыҫҡартырға тейештәр. Әгәр ҙә температура 29 градус эҫе булһа, график ике сәғәткә, ә утыҙ градуслы эҫелә эш көнө дүрт сәғәткә ҡыҫҡара.

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы эш биреүселәрҙе хеҙмәткәрҙәрен эсәр һыу менән тәьмин итергә тейеш икәнлеген иҫкәртә. Шулай уҡ, етәкселәр бинала эҫе көндәрҙә тейешле температура режимын һаҡларға һәм хеҙмәткәрҙәргә эш ваҡытында ял итеү мөмкинлеген бирергә бурыслы.