Фотоһүрәттәрҙән асыҡланыуынса, мышы был урынға йыш килә. Ул ҡайҙа, нимә ятҡанлығын яҡшы белә. Мышы был урынға килеп, тоҙ ялай.
Хәбәр итеүҙәренсә, барлыҡ тәбиғәт парктарында хайуандарға аҙыҡ һалыу өсөн махсус урындар бар. Бында тоҙ, төрлө ярмалар, тамыраҙыҡтар һалына.
Тәбиғәт паркы етәксеһе Марат Хәсәнов билдәләүенсә, фотокамераға быға тиклем мышылар, ҡабандар һәм илектәр эләгә. Камералар кешеләрҙе лә тәртиптә һаҡлай. Браконьерҙар күпкә әҙәйә.




