Республикала аварияла такси водителе һәләк була

Уҙған кесе йома, 21 июндә, Салуатта фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Авария һөҙөмтәһендә, такси водителенең ғүмере өҙөлә. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото №1 - Республикала аварияла такси водителе һәләк була

Шаһиттар мәғлүмәттәре буйынса,шәп тиҙлектә китеп барған «Газель» водителе «Рено Логан» автомобиленә бәрелә. Бәрелеү водитель яғына тура килә.

Ҡыҙғанысҡа, такси водителе ваҡиға урынында һәләк була. Аварияла, шулай уҡ, пассажир зыян күрә, ул дауаханаға оҙатыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ