Башҡалала суд приставтары бүлеге тәҙрәһенән һикергән ир вафат була. Әлеге ваҡытта тикшереү эше бара.
Ваҡиға сәбәпле, Башҡортостанға Мәскәүҙән белгестәр килә. Бөгөн улар ҡаланың бар бүлексәләре буйлап йөрөйәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған шаршамбы, суд приставтары бүлегенең дүртенсе ҡатынан бурыслы ир һикерә. Билдәле булыуынса, ул алимент түләмәүсе була. Суд ҡарары буйынса, ирҙе ҡулға алалар һәм суд залынан суд приставтары хеҙмәте бүлегенә алып киләләр. Уның бурысы 300 мең һумдан ашып китә.




