22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө. Башҡаланың барлыҡ райондарында ла 1941 йылдың сығарылыш класс уҡыусылары иҫтәлеге айҡанлы акциялар үтте. Мәктәпте яңы тамамлаған үҫмерҙәр фронтҡа оҙатыла.
Акция сиктәрендә мәғариф учреждениеларында һуғыш балалары иҫтәлегенә тантаналы линейкалар ойошторолдо. Быйылғы сығарылыш класс уҡыусылары 1941 йыл уҡыусыларына дан бирҙе.
Сарала һуғыш йылдары йырҙары, шиғырҙары яңғыраны. Ә экрандар ҙа иһә һуғыш йылдары кадрҙары күрһәтелде. Акция һуңында һауаға ҡыҙыл шарҙар осоролдо.




