Башҡалала «Тәүге Республика» фильмы төшөрөләсәк. Ул республиканың йөҙ йыллығына арнала.
Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 24 июндә һәм 1 июлдә транспорттарға хәрәкәт итеү тыйыла. Был ике көндә ҡала үҙәгендә фильм төшөрәсәктәр. Урында йәшәүселәрҙе үҙ маршруттарын алдан уйлап, хәрәкәт итеүҙәре һорала.
Өфө ҡала хакимиәте килтерелгән ҡыйынлыҡтар өсөн ғәфү үтенә.
24 июндә сәғәт ундан киске сәғәт туғыҙға тиклем Пушкин урамында, 1 июлдә иртәнге сәғәт туғыҙҙан икегә тиклем Пушкин урамы менән З.Вәлиди урамы киҫелешенә тиклем хәрәкәт итеү сикләнә.
Фото: Интернет




