Башҡортостанда енәйәтсе 18 йыл дауамында полициянан йәшенә

Республикала суд, ун һигеҙ йыл дауамында ғәҙеллектән ҡасыусы енәйәтсегә, хөкөм ҡарары сығара. Ир ун биш йыл буйы фатирынан сыҡмай йәшәй. Яңауылда йәшәүсе 67 йәшлек ир кеше үлтереүҙә ғәйепләнә. Был хаҡта Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы хәбәр итә.

1999 йылда иҫерек ир, авария ваҡытында берҙән-бер улы үлемендә ғәйепле тип һанаған кешене үлтерә. Бынан һуң ир хәбәрһеҙ юғала 2017 йылға тикле федераль эҙләүҙә тора.

Ул өс йыл тирәһе Екатеринбургта йәшәй, унан йортона ҡайта һәм ун биш йыл дауамында фатирынан сыҡмай йәшәй. Шул уҡ ваҡытта, 2004 йылда ҡатыны ғаризаһы буйынса, суд уны үле тип иҫбатлай.

Ир үҙ ғәйебен таный , суд ғәйеплене 6 йылда 4 айға иркенән мәхрүм итә.