Өфө хакимиәтен Нагай ҡасабаһындағы юлдарҙы төҙөкләндерергә ҡуштылар

Нагай ауылында юлдарҙы һәм яҡтылыҡ селтәрен төҙөкләндерәсәктәр. Прокуратура Өфө хакимиәтен тейешле эштәрҙе башҡарырға ҡушты. Урында йәшәүселәрҙең ялыуы буйынса тикшереү эше үтә.

Тышҡы яҡтылыҡ селтәре ҡасабала 2013 – 2016 йылдарҙа төҙөлә, әммә улар ҡулланылмай. Бынан тыш, ҡайһы бер урамдарҙа автомобиль юлдары талаптарға тура килмәй.

Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә,суд ҡарары буйынса муниципалитеттан етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә һоранылар.Уның башҡарылыуы тикшереү ведомствоһы күҙәтеүе аҫтында.

Фото: Интернет