Телде һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы ҡабул итеү башланды

Республика Башлығының дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарына заявкалар ҡабул ителә башланы. Гранттарға мәҙәниәт, мәғариф, мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәләрендә дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен, республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлек алып барған коммерция булмаған ойошмалар, дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелар дәғүә итә ала.

Заявкалар 2 июлдән 23 июлгә тиклем Мәҙәниәт министрлығының этно-мәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем ҡабул ителә.

Министрлыҡтың адресы: Өфө ҡалаһы Революция урамы, 18, 12-се бүлмә. Конкурс 1 августан 14 авгусҡа тиклем уҙғарыла.