Өфөлә донъяның иң яҡшы хирургтары йыйылды

Улар Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ойошторолған 6-сы Бөтә Рәсәй урологтар мәктәбендә ҡатнаша. Тәжрибә уртаҡлашыу программаһы ике көнгә иҫәпләнгән. Бөгөн белгестәр простата биҙе яман шешенән яфаланған пациенттарға төрлө ысулдар ҡулланып операциялар яһаны. Әмәлиәт барышын беҙҙең сайтта ҡарағыҙ.

Фото №1 - Өфөлә донъяның иң яҡшы хирургтары йыйылды

Операция өҫтәлендә 55 йәшлек пациент. Ул простата биҙе яман шешенең башланғыс стадияһынан интегә. Ваҡытында сирҙең асыҡланыуы зарарланған участканы лапароскопия ысулы һәм Да Винчи роботы системаһы ярҙамында юҡ итеү мөмкинлеген бирә. Волга буйы федераль округында был медицина аппараты тик берәү генә һәм ул тап Башҡортостанда ҡулланыла. Бөгөн робот техникаһының тимер ҡулдары менән Санкт-Петербургтан килгән хирург, профессор Михаил Мосоян идара итте. Операторҙың һәр хәрәкәте манипуляторҙа сағылыш таба. Алтын ҡуллы табип урология ауырыуҙарына ҡағылышлы меңгә яҡын ошондай операция яһап өлгөргән, бер сәғәт ярымға иҫәпләнгән әмәлиәтте ул 48 минут эсендә сифатлы башҡарыу оҫталығына эйә

(Михаил Мосоян, В.А. Алмазов исемендәге Милли медицина тикшеренеүҙәре үҙәгенең робот хирургияһы бүлеге етәксеһе, профессор) Өфөлә күрһәтмә операция үткәреүемә шатмын. Республикағыҙ бик матур, самолет менән ергә төшкәндә - йәшеллеккә хайран ҡалдым. Ғөмүмән, робот хирургияһы ла республикала үҫешкән тип ғорур әйтә алам. Ярты йыл эсендә коллегаларым был аппарат ярҙамында һикһәнгә яҡын уңышлы операция яһаған. Кешелек сәләмәтлеге һағында булыу - һөнәри үҫешкә этәрә.

Бөтә Рәсәй урологтар мәктәбе сиктәрендә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ун биш операция яһау ҡаралған. Бөгөн уларҙың һигеҙенә Рәсәйҙең генә түгел, Германия һәм Ҡытайҙан килгән көслө хирургтар әмәлиәттең төрлө ысулдары буйынса медицина ярҙамы күрһәтеп, Башҡортостан табиптары менән тәжрибә уртаҡлашты.

Өфө белгестәре ике көнгә уҡыусылар ролендә буласаҡ. Улар ҡунаҡтарҙың эшен ентекле күҙәтә. Шулай уҡ операция бүлмәләренән университеттың конференция залына һәм интернет селтәренә онлайн-трансляция ла уҙғарылды. Әйткәндәй, простата биҙе яман шешен дауалау Башҡортостанда юғары кимәлдә ойошторолған.

Республикабыҙҙа был сирҙең дауалау ысулдары төрлө: нур терапияһы, робот менән дуалау, брахетерапия, кибер бысаҡ. Бөгөн беҙ Европа, Америка клиника кимәлендә эшләйбеҙ.

Руслан Сәфиуллин, Башҡорт дәүләт медицина университетының робот хирургияһы үҙәге етәксеһе, профессор

Бөтә Рәсәй урологтар мәктәбе сиктәрендә простата биҙе яман шешен диагностикалау ысулдарының береһе - Фьюжн-биопсияға арналған тернинг та ойоштороласаҡ. Был технология буйынса сирҙе башланғыс стадияла асыҡлау мөмкинлеге юғары.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ