Һөнәрленең ҡулы алтын

Иглин районында тиҫтәнән ашыу медицина хеҙмәткәре төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы, профсоюз ойошмалары һәм урындағы хакимиәттең Почет грамоталары менән бүләкләнде. Тантаналы сара район мәҙәниәт һарайында үтте.

Иглиндә халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеүгә уңайлы шарттар булдырылған. Дауалау учреждениеларының матди-техник базаһы даими нығытыла, быйыл яңы маммограф һатып алынған. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән саралар ҙа уңышлы бара. Һуңғы өс йылда "Ауыл табибы" программаһы буйынса 21 йәш белгес килгән, шулай уҡ ауылдарға фельшерҙар ҙа ҡайта.

Бөгөн районда һаулыҡ һағында 663 кеше эшләй. Оҙаҡ йылдар һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған фиҙаҡәр хеҙмәткәрҙәр исемлегендә Ягодная ауылы фельшер-акушерлыҡ пункты мөдире Светлана Әминева ла бар. Ул быйыл "Иң яҡшы фельдшер" республика конкурсында ҡатнашып, бишенсе урын алған. Район хакимиәте тарафынан уға Почет грамотаһы һәм аҡсалата премия тапшырылды.

Иң мөһиме – үҙ һөнәреңә тоғро булыу. Кейгән аҡ халат кеүек, намыҫ та саф булырға тейеш.

Светлана Әминева, Ягодная ауылы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.