76 йылдан һуң уларҙың һөйәктәре тыуған ерендә ер ҡуйынына тапшырылды

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ике яҡташыбыҙҙы ерләү йолаһы башҡарылды. Быға тиклем Саҡмағош районынан Зиннәт Вәлиуллин менән Кушнаренконан Петр Рассказов билдәһеҙ юғалған һалдаттар исемлегендә ине.

Яуҙа башын һалған, һуғыш йылдарындағы ауырлыҡтарҙан вафат булған миллиондарса ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алыу тантанаһында Республика Башлығы ла ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов Александар Матросов һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды.

Хәтер һәм ҡайғы көнө таң һыҙылған ваҡытта, илебеҙгә һуғыш асылған мәлгә тура килтереп башланды. Теүәл дүрттә, фашист илбаҫарҙарының бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ һөжүм иткән ваҡытында баш ҡаланың Еңеү паркында хәтер шәмдәре тоҡандырылды.

Хәтер һәм ҡайғы көнө Саҡмағош районында йәшәүсе Әнис Вәлиуллин өсөн икеләтә тетрәндергес. Яҡташыбыҙ ошо көндәрҙә Киров өлкәһе эҙәрмәндәренән йылдар буйы көткән хәбәр алған. Новгород өлкәһенең Иҫке Рамушево ауылы янында уның бабаһының һөйәктәре табылды.

Әнис Вәлиуллин: Атайым күпме эҙләне, таба алманы, был ваҡытта табылыр тип бер ҙә уйламаған инек. 1942 йылда “хәбәрһеҙ юғалған”, тигән хәбәр килде. Беҙ уны туғандар ҡәберлегендә ерләнгән тип һанай инек.

Саҡмағоштан Зиннәт Вәлиуллин менән Кушнаренко районынан Петр Рассказов 145-се айырым уҡсылар бригадаһында хеҙмәт итә. 42-се йылда уларҙың армияһы фрицтарҙың алты дивизияһын ҡамауға ала. Ләкин немецтар тоҡанды йырып сығыуға ирешә. Совет ғәскәрҙәре ҡулсаны тоташтырыу өсөн бар көсөн һала, әммә һөҙөмтәһеҙ. Ҡанлы бәрелештә яҡташтарыбыҙ ҙа башын һала. Эҙәрмәндәр уларҙың шәхесен медальондары буйынса асыҡлай.

2-5 процент табылған һалдаттарҙың ғына исемдәрен асыҡларға мөмкин, сөнки күптәрҙең медальондары һаҡланмай.

Айбулат Хөсәйенов, Башҡорт дәүләт университетының "Ватан" эҙәрмәндәр отряды етәксеһе

Эҙәрмәндәр әйтеүенсә, яу ҡырында ятып ҡалған һалдаттарҙы асыҡлап, ерләп бөтөү өсөн йөҙәр йыл ваҡыт талап ителә. Башҡортостандан ғына 100 мең һалдат хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә, уларҙың ҡәберлектәрен эҙләү әле лә дауам итә. Сөнки һуңғы һалдат ерләнмәй тороп һуғыш тамамланмай.

Бер кем, бер нимә онотолмаған. Һуғыш ҡорбандарын иҫкә алыу көнө баш ҡаланың Матросов паркында дауам итте. Рөстәм Хәмитов еңеү яҙын яҡынайтыуға йәнен-тәнен аямаған ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы бер ҡасан да онотолмаясағына, был хәтерҙе йәш быуын ҡәҙерләп һаҡлаясағына ышынысын белдерҙе.

Мы сегодня отдаем дань памяти всем тем, кто сложил головы на полях сражений, кто вернулся домомй изувеченным, раненым, тем кто трудился в тылу, тем кто создавал все условия для победы.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов

Новгород өлкәһендә табылған яҡташтарыбыҙҙың һөйәктәре тыуған ауылдарында ерләнде. Илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашыуға быйыл 73 йыл тулһа ла. уларҙың йәне әле саҡ тыныслыҡ кисерәсәк. Улар өсөн һуғыш ниһайәт, тамам.

Автор: Айнур Кәбиров.