Әммә ул йәш быуындың күңелен асыуға ғына ҡайтып ҡалманы. Байрам ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылар майҙанда милли уйындар, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, аш-һыуҙары менән дә танышты. Балалар баҡсалары мөдирҙәре һәм тәрбиәселәре ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа заманса эш алымдары, шулай уҡ башҡорт төркөмдәрен күберәк асыу мәсьәләһе лә күтәрелде.
Билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллиндың "Өс ҡатын" картинаһы ярты быуат самаһы элек төшөрөлгән. Башҡорт ауылдарындағы ябай сәй эсеү күренеше һүрәтләнгән ижад емеше Әбйәлил районында үткән мәктәпкәсә йәштәге балалар һабантуйында төп урындарҙың береһен биләне. Картина эргәһенән көн дауамында халыҡ өҙөлмәне, сөнки тәрбиәселәр үҙҙәре лә һүрәттәге кеүек өс ҡатынды һынландырға тырышҡан.
Һабантуйҙа үҫеп килгән йәш быуын һәм уларҙың ата-әсәләре башҡорт халҡының йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡындан танышты. Ошонда уҡ милли аш-һыуҙарҙан ауыҙ итте.
Мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр һабантуйына райондың барлыҡ балалар баҡсалары ла етди әҙерләнгән. Байрам сараһы матур шиғырҙар, сәхнәләштереүҙәр, йыр-моң менән үрелеп барҙы. Йәш быуын шулай уҡ милли уйындарға ла әүҙем ҡушылды. Уларға ата-әсәләр ҙә ихлас ярҙамға килде.
Күркәм сара балалар һабантуйы менән генә сикләнеп ҡалманы. Осрашыуҙа мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа башҡорт төркөмдәрен күберәк асыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Был йәһәттән район үҙәгендәге "Миләш" балалар баҡсаһы эш башлаған да инде. Ошондай уҡ ыңғай күренеш Урал аръяғының башҡа төбәктәрендә лә күҙәтелә.
Әсә телендә тәрбиәләнгән бала ғына үҙ милләтенә, уның теленә һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ысын мәғәнәһендә ихтирамлы була ала. Ә инде йәш быуынды шәхес итеп үҫтереүҙә мәктәпкәсә йәштәге осор ҙур роль уйнай. Шуның өсөн дә балаларҙың туған тел мөхитендә үҫеү мөмкинлеген иң тәүҙә ата-әсәләр һәм балалар баҡсалары хәстәрләргә тейеш, тип билдәләнде осрашыуҙа.




