Бәләкәй ауыл өсөн ҙур һәйкәл

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Балтас районының Еләҙекүл ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына арналған обелиск асылды. Иҫтәлекле комплекс ике өлөшкә бүленгән, ә уртала уларҙы ике штык бысаҡтан торған стела бәйләгән. Комплекстың береһе һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан ветерандарға, икенсеһе яу яланында батырҙарса һәләк булған яҡташтарға бағышланған.

Һәйкәл урынлашҡан майҙан осраҡлы һайланмаған, ти Еләҙеккүл ауылында йәшәүселәр. Ваҡытында был урында китап уҡыу өсөн ағас йорт урынлашҡан, һуңынан ул ауыл клубы итеп үҙгәртелгән. Тап ошо мәҙәниәт усағынан ар-аттар ҡораллы көстәр сафына оҙатылған.