Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың 5-се саҡырылыш депутаттары йомғаҡлау ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан парламенты биш йыл эсендә 600-ҙән ашыу закон ҡабул иткән, Дәүләт Думаһына башланғыстар менән сыҡҡан. Халыҡ һайланыусыларының эшмәкәрлеген Республика башлығы ла юғары баһаланы. Төбәк, йәмәғәтселек өсөн мөһим темалар һәр ваҡыт депутаттарҙың күҙәтеүе аҫтында булды, һуңғы йылдарҙа иҡтисадты, социаль өлкәне нығытыу буйынса мөһим аҙымдар яһалды, тине Рөстәм Хәмитов.

Фото №1 - Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың 5-се саҡырылыш депутаттары йомғаҡлау ултырышын үткәрҙе

Башҡортостанда уҙған ШОС һәм БРИКС саммитттары, санкциялар иғлан ителеүе, май указдары. Һуңғы биш йыллыҡ ил, республика тарихында иҫтәлекле һәм хәл иткес ваҡиғалары менән уйылып ҡалды. Дәүләт үҫештең яңы йүнәлештәрен билдәләне, заманға ярашлы бурыстар ҡуйылды. Әлбиттә, депутаттар ярҙамы менән, сөнки бар башланғыстар ҡануни яҡтан нығытылырға тейеш. Рөстәм Хәмитов парламентҡа лайыҡлы һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Хочу поблагодарить вас, уважаемые коллеги, за достойную и плодотворную работу. Вы показали высокий профессионализм, выдвигали важные инициативы, тесно работали с Правительством республики, органами исполнительной власти, муниципалитетами, избирателями, проявили ответственность, нацеленность на совместное решение общереспубликанских задач, в целом многое сделали для укрепления общественно-политической стабильности, экономики и социальной сферы, повышения качества жизни в регионе.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов

Иҡтисади күрһәткестәргә килгәндә, Башҡортостандың төбәк тулайым продукты 1 триллион ярым һумға еткән. Республика депутаттары ҡабул иткән закондар төп капиталға инвестицияларҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. Был тәңгәлдә дәүләт-шәхси партнерлығы системаһы индерелеүен, күп проблемаларҙы власть менән бизнестың бергә хәл итеүен билдәләргә кәрәк. Сәнәғәткә, эшҡыуарлыҡҡа үҫеш өсөн шарттар тыуҙырылған.

Республикала “Фонд развития промышленности” булдырылды, “Специальный инвестиционный контракт” тигән механизм эш башланы. Сәнәғәтте үҫтереүҙә был ҙур өлөш индерәсәк. Эшҡуарҙарға налог буйынса каникулдар һәм инфраструктура булдырылды.

Рәшит Хәйруллин, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе

Социаль йөкләмәләр өҫтөнлөклө йүнәлеш. Һуңғы биш йыл эсендә йөҙгә яҡын мәктәп һәм балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. Һаулыҡ һаҡлау, спорт объекттары төҙөлгән. Шулай уҡ социаль ярҙамдың адреслы, һәр кемгә барып етеүен билдәләү мөһим.

Бигерәк тә граждандарҙың закондар сығарыу инициативаһы, йәмәғәтселек палатаһының, профсоюздарҙың, социаль йүнәлешендә коммерция нигеҙендә булмаған ойошмаларҙың мөмкинлектәрен киңәйтеүсе закондар; оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн ҡабул итеүсе ғаилә һәм балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләргә матди яҡтан ярҙам күрһәтеү; социаль, һаулыҡ һаҡлауға, бәлиғ булмағандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле эштәр айырыуса мөһим булды.

Йомабикә Ильясова, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары
Башбат

Сит төбәктәрҙең закондар сығарыу органдары менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу, халыҡ-ара форумдар, йәмәғәт тыңлауҙары. Закон проекттарының халыҡ менән бергә, уртаға һалып тикшерелеүе иғтибарға лайыҡ. Республиканың үҫеше өсөн һәр кемдең ҡатнашлығы, ситтә ҡалмауы мөһим. Сөнки дәүләттең киләсәге һәр төбәктең, һәр кешенең хеҙмәтенә бәйле.

Рөстәм Хәмитов: “Особенностью Государственного Собрания - Курултая пятого созыва является его многопартийность. Впервые в истории республики в нём представлены шесть партий. Выстроена система взаимодействия и с непарламентскими партиями, региональными отделениями этих партий.Депутаты Госсобрания - Курултая часто выступали инициаторами социально значимых акций, крупных форумов, общественных слушаний, ставших эффективной площадкой для обмена опытом и генерации новых идей”.

Бөгөнгө йомғаҡлау ултырышы ла ғәҙәти, эшлекле шарттарҙа үтте, ике тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Уларҙы артабан тикшереү, ҡабул итеү бурысы киләһе алтынсы саҡырылыш депутаттарына күсә. Парламенттың яңы составы 9 сентябрҙә уҙған һайлауҙан һуң билдәле буласаҡ.

Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың бөгөнгө 54-се пленар ултырышы был саҡырылыш депутаттары өсөн һуңғыһы. 5 йыл эсендәге эшмәкәрлеккә күҙ һалғанда, был осорҙа 600-ҙән ашыу закон ҡабул ителгән. Дәүләт Думаһына 58 проект индерелгән, уларҙың тиҫтәннә ашыуы федераль законға әүерелгән йәки нигеҙенә ятҡан.

Парламенттың пленар ултырышында дәүләт символикаһы тураһында законға төҙәтмәләр ҙә хупланды. Уларға ярашлы, мәктәп биналарында мотлаҡ рәүештә республика флагы урынлаштырылырға тейеш. Башҡортостандың дәүләт гимны иһә яңы уҡыу йылының беренсе дәресе алдынан яңғырай. Бынан тыш, төрлө тантаналарҙа ҡуйыла. Рәсәй гимны һәм флагына ҡарата ошондай уҡ нормалар федераль ҡануниәт менән нығытылған.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ