Федераль кимәлдәге сара бер ай элек тә ойошторолғайны. Сираттағыһында ҡыйыуҙар өсөн тағы ла мауыҡтырғыс һынауҙар көтөлә. Бөгөн ҡаршылыҡ һыҙатында тест-драйв уҙғарылды.
Артур Сәйетгәрәев һыуҙағы этапты тәүгеләрҙән булып үтте. Егет өсөн ул еңел бирелмәне. Сөнки финишҡа яҡынлашҡан һайын тын бөтә. Шуға күрә дөрөҫ һулыш алырға ла кәрәк.
Йөҙөү буйынса ярышҡандан һуң, спортсыларға батҡаҡ буйлап шыуышырға ла тура киләсәк. Шулай уҡ шина покрышкаларынан яһалған тар тоннель аша үтеү, арҡан буйлап күтәрелеү кеүек ҡаршылыҡ һыҙаттары бар. "Геройҙар уҙышы"нда ҡатнашыусылар бейектән өс метр тәрәнлектәге бассейнға ла һикерәсәк. Был ярышта яңғыҙ ҙа, шулай уҡ алты кешенән торған команда менән дә сығыш яһарға була.




