Бөгөн көндөҙ Өфөнөң Гагарин һәм Жуков урамдары киҫелешендә теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә биш кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, аварияға "Kia Spectra" автомобиле водителе ғәйепле булыуы ихтимал. Ул светофорҙың ҡыҙыл утына үтеп барған ваҡытта "Fiat" микроавтобусы менән бәрелешә.
Көслө һуғылыуҙан пассажирҙар ташыусы транспорт сараһы яна башлай. Әлегә биш кешенең, шул иҫәптән 4 йәшлек ҡыҙ баланың дауаханаға оҙаталыуы билдәле. Автомобилдәр ныҡ ҡына зыян күргән. Осраҡ буйынса тикшереү бара.




