Учалы районында юғалған ҡыҙ табылды

Мансур ауылынан 10 йәшлек ҡыҙ кисә кис көтөүгә мал ҡаршыларға киткән еренән юғала. Ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр төнгө икеләрҙә килә. Баланы эҙләүгә оператив төркөм, полиция хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар, табиптар, хакимиәт вәкилдәре сыға. Ауыл халҡы ла ҡушыла.

Барлығы йөҙгә яҡын кеше һәм 14 техника берәмеге йәлеп ителә.Ҡыҙ таңға ҡарай урман эсендәге соҡорҙа табыла. Уның һаулығына хәүеф янамай. Бала ата-әсәһенә тапшырылған.

Автор: Рәмзиә Кәримова.