Өфө ҡотҡарыусылары ҡазаға тарыусы мышыға ярҙам күрһәткән

Ғәҙәттән тыш хәл кисә баш ҡаланың 21-се клиник клиник дауаханаһы эргәһендәге төҙөлөш майҙансығында теркәлгән. Тәрән соҡорға төшкән хайуанды шаһиттар үҙаллы сығарып маташа. Әммә хәлдәре килмәгәнгә күрә, мәғлүмәт-диспетчер үҙәгенә хәбәр итә.

Фото №1 - Өфө ҡотҡарыусылары ҡазаға тарыусы мышыға ярҙам күрһәткән

Ваҡиға урынына Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре йүнәлтелә. Улар ҡотҡарыу операцияһын башлар алдынан мышыға йоҡо дарыуы ҡаҙай. Һуңынан ҡотҡарыусар хайуанды өҫкә кран ярҙамында сығара. Махсус хеҙмәттәрҙең яйға һалынған эш итеү һөҙөмтәһендә мышы зыян күрмәй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ