Башҡортостанда электрон хәтер китабы эшләй

Уны бөгөн ике исем тултырҙы. Кушнаренко районынан Петр Рассказов менән Саҡмағоштан Зиннәт Вәлиуллин, эҙәрмәндәр тарафынан табылып, тыуған төйәктәрендә ерләнде. Сара хәрби шарттарҙа үтте.

Фото №1 - Башҡортостанда электрон хәтер китабы эшләй

Улар эҙәрмәндәр отряды тарафынан Новгород өлкәһенең Рамушев ауылы эргәһендә табылған. Башҡортостанда әлеге ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыларының биографияһы, уларҙың ҡайҙа һәм ҡасан ерләнеүе хаҡында һөйләгән проект тормошҡа ашырыла. Ул Хәтер китабының электрон варианты һанала. Бөгөн www.pomnimrb.ru (сайт) тағы ла ике кешенең исемен мәңгеләштерҙе.

Бөгөнгө митинг батырҙарса һәләк булған яҡташыбыҙ Петр Рассказовға арналды. Архив мәғлүмәттәре буйынса ул 1942 йылдың 9 майында, Новгород өлкәһендә, һәләк булған. Уның шәхесен асыҡлауҙа медальон ярҙам итә.

Илгиз Зәйнуллин, Чечен Республикаһындағы хәрби бәрелештәр ветераны

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ